Икмәк һәр нәмәгә лә баш. Беҙ үҙебеҙҙең тормошобоҙҙоң бер көнөн дә икмәкһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Сөнки, икмәкһеҙ ашаған аш та, бутҡа ла тамаҡты туйҙырмай. Икмәктең бер валсығын да иҙәнгә төшөрөргә ярамай,- тип өйрәтте өләсәйем. Оло быуын кешеләре икмәк ҡәҙерен яҡшы белә, шуға күрә лә улар икмәккә оло хөрмәт менән ҡарай. Беҙҙе лә шуға өйрәтәләр.