Мостай Кәрим, ысын исеме Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт Дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.
Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.
1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.
Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән.
2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.
Иң билдәле әҫәрәре
Шиғриәт йыйынтыҡтары: «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар», пьесалары: «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн ҡатыш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!»
Повестары: «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өстаған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
Социалистик Хеҙмәт геройы (1979)
II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (2004 йылдың 9 ноябре)
III дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (1995 йылдың 28 апреле)
2 Ленин ордены (1967, 1979)
I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)
II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1955, 1962)
Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
Почёт билдәһе ордены (1949)
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе (1982)
БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1963)
Башҡортостандың Фәнәр Академияһының почетлы академигы (1992)
1940 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы
Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М.А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия
Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә. Шулай уҡ Өфөләге бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелгән.